9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2011 йыл, 16:43

Өфөлә беренсе хәләл продукция конкурсы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә беренсе «Ufa Halal 2011» төбәк-ара хәләл продукция конкурс-дегустацияһы асылды. Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса Совет ярҙамында, Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет был сараны ойоштороусы булып сығыш яһай.

— Конкурс рәсми рәүештә төбәк-ара тип иҫәпләнһә лә, ул халыҡ-ара конкурс булып сыҡты, сөнки Рәсәй етештереүселәре менән бер рәттән унда Ҡаҙағстан вәкилдәре лә ҡатнашты, — тине конкурсты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты ҡарамағындағы «Хәләл» стандарты буйынса комитет етәксеһе Тимур Шәнгәрәев. – Шулай уҡ Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Белгород өлкәләренән предприятиелар үҙ тауарҙарын тәҡдим итте. Конкурста ҡатнашыусыларҙың күпселеге Башҡортостандан ине.

Иң яҡшы хәләл ризыҡтарҙы билдәләр өсөн конкурсҡа Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса Совет, республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты вәкилдәренән торған эксперттар комиссияһы саҡырылды.

Эксперттар төркөмө конкурсҡа тәҡдим ителгән продукцияны билдәле экспертиза ярҙамында баһалай. Конкурс продукттарҙың бер нисә төрө буйынса үткәрелә: ҡош ите продукттары, ит ярымфабрикаттары, кондитер изделиелары, май продукцияһы һәм башҡа төрлө продукттар.

Еңеүселәр дипломдар менән бүләкләнәсәк һәм үҙҙәренең тауарҙары тышлығында конкурс эмблемаһын ҡулланыу хоҡуғына эйә буласаҡ.