3 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 17:23

БР Үҙәк һайлау комиссияһы яңы күргәҙмә әҙерләй

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға арналған «Һайлауҙар тарихы – ил тарихы» күргәҙмәһенә әҙерлек алып бара. Илдең һайлау системаһы, уның хоҡуҡи базаһы һәм тарихы архив материалдарында, китап продукцияһы, документаль һәм фотоматериалдар менән сағылдырыласаҡ.

Күргәҙмәне ойоштороуҙа З.Вәлиди исемендәге Милли китапхана, Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарих архивы, республиканың Китап палатаһы ла әүҙем ҡатнаша.

Хоҡуҡи мәҙәниәтте формалаштырыуға йүнәлтелгән һәм иң элек йәштәргә адресланған күргәҙмә ноябрҙә үтәсәк.

темалар: һайлауҙар