4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 16:01

Башҡортостанда ҡаргиҙәр менән ярыштарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Республика халҡы әүҙем ял иткән һәр урында – ял базаһында, турбазаларҙа, пансионаттарҙа, шифаханаларҙа ҡаргиҙәрҙәрҙе ҡуртымға алыу пункттары һәм улар өсөн әҙерләнгән трассалар бар, — тине Башҡортостандың Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимов, i-gazeta.com сайтында гәзит уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап биреп.  

Өфө халҡына күҙәтселек ведомствоһы башлығы ҡаргиҙәрҙәрҙә Алкин ҡасабаһы районында йөрөргә кәңәш итте. Унда алты ҡаргиҙәре менән лайыҡлы база булдырылған. Бөтә техника ла теркәлгән, техник тикшереү үтә. Был төр транспортта йөрөргә теләгән һәүәҫкәр водителдәр өсөн ошонда уҡ грамоталы инструктаж үткәрелә.

Өфөнөң Н.Гастелло исемендәге стадионы биләмәһендә лә ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү өсөн йыһазландырылған трассалар бар.

Ә бына ҡаргиҙәр менән профессиональ уҙыштарҙа ҡатнашырға теләгәндәр өсөн Ринат Ғәлимов  Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең тәжрибәһе хаҡында һөйләне. Предприятие йыл һайын ошондай ярыштар үткәрә. Унда Рәсәйҙең бихисап ҡалаларынан килгән командалар ҡатнаша. Теләге булған республика халҡы ла заявка биреп, экстремаль спорт ярыштарында ҡатнаша ала.