9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2011 йыл, 15:36

Рәсәй ислам университеты дәүләт өлгөһөндәге дипломдар бирәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетына уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыуға лицензия бирҙе. Был үҙ сиратында ислам университетына юғары махсус уҡыу йортон тамамлау тураһындағы рәсми документтар бирергә рөхсәт итә, тип хәбәр итә IslamRF.ru порталы.

Әлеге ваҡытта Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты белем биреү эшмәкәрлегенә һәм уҡытыу программаһына лицензияға эйә. Университет тамамлаусыларға дәүләт өлгөһөндәге дипломдар биреү өсөн уҡыу йорто аккредитация алырға тейеш. Ислам университетының Ғалимдар советы секретары Радмир Тәйүпов һүҙҙәре буйынса, университет был документты 2011 йылдың аҙағында аласаҡ.

Шулай итеп, киләһе уҡыу йылында Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университетында «Теология һәм педагогик белем» факультеты дәүләт талаптарына ярашлы эш итәсәк. Был факультетта биш йыл белем алғандан һуң, университет тамамлаусылар дәүләт өлгөһөндәге диплом алыуға өлгәшәсәк. Шул уҡ ваҡытта «Дин ғилеме нигеҙҙәре һәм Ислам тарихы» факультеты студенттары закон менән ҡаралған дипломдар аласаҡ.

темалар: мәғариф, дин