4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 14:31

Нефтекамала «Йәш кәләш гөлләмәһе» II ҡала байрамы үтте

автор: Марина Шумилова

Нефтекамала «Йәш кәләш гөлләмәһе» икенсе ҡала байрамы үтте. Сараны «Нефтекама-ТВ» телеканалы менән берлектә ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр эштәре буйынса комитеты ойошторҙо. Ғаилә, никах, әсәлек ҡиммәттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән байрам матур йолаға әүерелә, тип хәбәр итә ҡала администрацияһының мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Байрам сиктәрендә төрлө конкурстар үткәрелде, йәш кәләштәрҙең тантаналы йөрөшө ойошторолдо. Сараның «Барлыҡ шарттарына тура килтереп ойошторолған туй» тип аталған һуңғы этабы Йәштәр һарайында үтте, унда йәш кәләштәр үҙҙәренең ижади номерҙарын тәҡдим итте, ә байрамға килеүселәр туй тортынан ауыҙ итте.

Ксения Зайцева, Анастасия Старцева, Карина Вәлиева, Лилиә Хөснуллина, Юлиә Климова конкурстың төрлө номинацияларында еңеүсе тип табылды. Ҡалған ҡатнашыусылар бағымсыларҙың матур приздары менән бүләкләнде.

темалар: байрамдар