3 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 13:49

Өфөлә ҡарауыл начальниктары һынау аша үтте

автор: Ольга Мортазина

Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығының конвой менән оҙата барыу буйынса махсус подразделение ҡарауылдары начальниктары тиҙлеккә йүгерҙе, турникта күтәрелде һәм ҡул һуғышында көс һынашты. Шулай уҡ «макаров»тан атыуҙа мәргәнлектәрен һәм норматив документтарҙы белеүҙәрен тикшерҙе. Был яза башҡарыу хеҙмәте системаһында йыл һайын үткәрелеүсе һөнәри оҫталыҡ конкурсының беренсе этабы булды. Республика кимәлендәге еңеүсе округ ярыштарына ебәреләсәк, әгәр унда ла уңыш йылмайһа, дөйөм Рәсәй кимәлендәге беренселектә ҡатнашасаҡ.

«Өс еңеүсене һайлауы еңелдән булманы, сөнки һәр ҡатнашыусы бик яҡшы әҙерләнгәйне. Почеттан тыш, еңеүселәр аҡсалата премиялар ҙа алды», — тип хәбәр иттеләр Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.