Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Медицина-2011» махсус күргәҙмә-форумы үтәсәк

Йәмғиәт

4-6 октябрҙә Өфөнөң Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында «Медицина-2011» ХХ Халыҡ-ара махсус күргәҙмә-форумы үтәсәк. Уны ойоштороусылар —Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, "БашЭКСПО" күргәҙмә үҙәге, "Медтехника" дәүләт унитар предприятиеһы. Илдең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә инновацион технологияларҙы ҡулланылышҡа индереү һәм тәжрибә уртаҡлашыу форум маҡсаты булып тора.

«Башинформ» агентлығына төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, медицина форумы сиктәрендә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың алдынғы белгестәре ҡатнашлығындағы фәнни-ғәмәли конференциялар планлаштырылған. Был ҙур сара барышында сарала ҡатнашыусылар көнүҙәк проблемаларҙы тикшерәсәк.

Бынан тыш, 100-гә яҡын етештереүсе фирма күргәҙмәлә диагностик приборҙар, лаборатория ҡорамалдары, инструменттар һәм фармацевтика продукцияһын тәҡдим итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть