4 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 13:06

Башҡортостан предприятиелары «Нефть. Газ. Нефть химияһы» халыҡ-ара күргәҙмәһендә коллектив экспозиция тәҡдим итте

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың нефть һәм химия тармағының алдынғы предприятиелары бөгөн Ҡаҙанда асылған XVIII «Нефть. Газ. Нефть химияһы» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Улар республиканың нефть һәм химия тармағындағы сәнәғәт ҡеүәтен күрһәтеү өсөн тәүге тапҡыр коллектив экспозиция менән сығыш яһай. Бында предприятиеларҙың продукцияларын һәм хеҙмәттәрен презентациялау ҙа үткәреләсәк.

Коллектив экспозицияны Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡортостан күргәҙмә компанияһы ойошторған.

Ҡаҙандағы эш программаһы сиктәрендә Башҡортостан делегацияһы ағзалары Волга буйы федераль округында нефть һәм газ химияһы комплексын үҫтереү өлкәһендә Башҡортостан Республикаһы менән Татарстан Республикаһының  хеҙмәттәшлек итеү перспективаларын тикшерәсәк.

Шулай уҡ делегацияның «Химград» технополисына сәфәре, Татарстан предприятиелары менән эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү, Татарстан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында осрашыуҙар һәм һөйләшеүҙәр ҙә планлаштырылған.