10 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 12:38

«Ижтимағи электрон гәзит» (i-gazeta.com) сайтында Ринат Ғәлимовтың онлайн-конференцияһы үтте

автор: Әлим Фәйезов | фото: Андрей Старостин

«Ижтимағи электрон гәзит» сайтында Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимовтың онлайн-конференцияһы тамамланды. 11.00 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем барған конференция барышында ул «Ижтимағи электрон гәзит» сайтына килгән һорауҙарға яуап бирҙе. Ринат Ғәлимов йәмғеһе 40 тирәһе һорауға асыҡлыҡ индерҙе.

Сайттың баш битендә урынлашҡан «Башҡортостан Республикаһының Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимовтың онлайн-конференцияһы» бүлегендә тейешле форма тултырып, i-gazeta.com сайтына инеүсе һәр кем һорауын бирә ала ине.

Онлайн-конференция «Ижтимағи электрон гәзит» һәм «Башинформ» агентлығы материалдарында сағылыш табасаҡ.