8 декабрь, Кесе йома

07 сентябрь 2011 йыл, 12:04

Өфө вокзалын реконструкциялауҙың бер аҙға һуҙылыуы ихтимал

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Өфөнөң тимер юл вокзалын реконструкциялау башта планлаштырылғанға ҡарағанда күберәк ваҡытты алыуы ихтимал. Ошонан сығып, транспорт хәрәкәтен сикләү сроктары ла оҙайтыласаҡ.  

«Башинформ»дың бығаса хәбәр итеүенсә, вокзал комплексын реконструкциялауҙың сираттағы этабы 3 августа башланып, 18 сентябргә тамамланырға тейеш ине. Атап әйткәндә, ул скважиналар быраулауҙы күҙ уңында тота.

— Әммә эш барышында быраулаусылар ҡаты тоҡомдарға тап булды, ошо арҡала эштәрҙе башҡарыу һәм Вокзал урамында транспорт сараларының хәрәкәтен сикләү сроктары оҙайтыла, — тип хәбәр иттеләр БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында. – Бөгөнгө көндә 285 скважинаның 180-е бырауланған – был планлаштырылған 6179 погон метрҙың 4311-е.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, эштәр үткәреү ваҡытына Вокзал урамының таҡ һанлы яғынан ер өҫтө үткәүеленән Өфө магистраль сортировкалау үҙәгенә тиклем юлдың өстән бер өлөшө һәм Өфө магистраль сортировкалау үҙәгенән ғибәҙәтханаға тиклем юлдың яртыһы ябылған. Вокзал урамында юлдың бер һыҙатынан ғына бер яҡлы транспорт хәрәкәте рөхсәт ителгән.