Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

Краснокама районында «Шәжәрә байрамы» үтәсәк

Йәмғиәт

17 сентябрҙә Краснокама районында «Шәжәрә байрамы» үтәсәк. Байрам көнөндә бер нисә нәҫелгә презентация үткәреләсәк. Был Харисов – Мәлиховтар, Закировтар, Шәмсеғәлиевтар, Ғәлиевтар, Ғәзизовтар, Солтановтар, Сюткиндар һәм Тимеровтар ғаиләләре. Байрамға шулай уҡ Башҡортостандың Тәтешле, Яңауыл, Илеш, Ишембай райондарынан һәм Татарстандың Аҡтаныш районынан гәрәй ырыуы вәкилдәре лә саҡырылды, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Республика халыҡ ижады үҙәгенән.

Йола буйынса һәр ғаилә үҙенең тирмәһен ҡуясаҡ. Тирмә алдында шәжәрәләр урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ һәр ғаилә берәр йола һәм концерт номеры күрһәтәсәк. Спорт майҙандарында был ваҡытта балалар һәм йәштәр өсөн төрлө ярыштар ойоштороласаҡ.

Бынан тыш, «Шәжәрә байрамы» сиктәрендә «Гәрәй ырыуы башҡорттары: тарихы һәм бөгөнгөһө» фәнни-ғәмәли конференция ла планлаштырыла. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ғалимдары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм Төньяҡ Кавказ ғилми үҙәктәренән ғалим-тикшеренеүселәр ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть