9 декабрь, Йома

07 сентябрь 2011 йыл, 11:00

8 сентябрҙә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул ителә

автор: Евгений Рәхимҡолов

8 сентябрҙә РФ Президентының Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә һалым һалыу мәсьәләләре буйынса граждандар ҡабул итеү ойошторола.  

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының һалым түләүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге начальнигы Сергей Шурыгин ҡабул итәсәк.

Башлана — 14 сәғәттә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө, Цюрупа урамы, 100 («Үҙәк баҙар» транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91

темалар: һалымдар