10 декабрь, Шәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 10:43

Ҡояҙы йылғаһы аша яңы күпер һалынды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостандың Дүртөйлө районында Ҡояҙы йылғаһы аша яңы күпер һалынды. Уны асыу тантанаһы 6 сентябрҙә үтте. Сарала «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.

Күпер «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Рәсәй ҡалаларының яңы юлдары» партия проекты сиктәрендә төҙөлдө.

Яңы күпер республика үҙәген уның төньяҡ-көнбайыш өлөшө, йәғни Нефтекама ҡалаһын Дүртөйлө менән тоташтырҙы. Федераль кимәлдә иһә ул ике республиканы – Башҡортостан менән Удмуртияны тоташтыра.

Күперҙә юл хәрәкәте ике һыҙатлы буласаҡ. Киңлеге 7,5 метр тәшкил итә. Тәүге автомобиль йөрөтөүселәр юл сифатын татып ҡараны ла инде. Йылғаның икенсе ярына барып етеү өсөн 80 метр араны үтергә кәрәк.

Объект төҙөү сроктары ла тәьҫир итерлек. «Уралмостострой» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 30-сы күпер һалыусылар отряды былтыр декабрь айында эш башлаған. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҫке күпер һүтелгән. Төҙөлөш ваҡытында урау трасса ла һалынған ине. Алты ай эсендә төҙөүселәр йылғаның ике ярын ныҡлы күпер менән тоташтырҙы.