11 декабрь, Йәкшәмбе

07 сентябрь 2011 йыл, 9:06

Быйыл республикала 50 ғаилә һөтсөлөк фермалары ойоштороласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл Башҡортостанда кәм тигәндә 50 ғаилә һөтсөлөк фермаһы барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Төбәктә «2011-2013 йылдарға фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү» программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы. Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, был маҡсатҡа 300 миллион һум самаһы йүнәлтеү планлаштырыла. Ауыл халҡы 175 заявка биргән, шуларҙың 52-һе — төҙөлөшкә, 123-ө – объекттарҙы реконструкциялау һәм модернизациялауға.

Ғаилә фермалары хужалары Рәсәй Ауыл хужалығы банкынан йылына 13 процент менән һигеҙ йылға субсидияланған кредит аласаҡ. Республика бюджетынан малсылыҡ өсөн ҡорамалдарға, тоҡомло һәм тауар малы һатып алыуға субсидиялар бирелә.  

Бынан тыш инженерлыҡ инфраструктураһын булдырыуға сығымдар ҙа ҡапланасаҡ. Уларҙы бер объектҡа 150 мең һумдан да кәмерәк булмаған суммаға муниципаль райондар өҫтәп финансларға тейеш. Кредит алғанда район муниципаль гарантия бирергә йәки залог менән тәьмин итергә тейеш.