Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Таксистарға лицензиялар сентябрь уртаһынан бирелә башлаясаҡ

Иҡтисад

Башҡортостанда таксистарға лицензиялар киләһе аҙнанан бирелә башлаясаҡ. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский һүҙҙәре буйынса, заявка биреүселәрҙән документтар ҡабул итеү һәм лицензиялар юллау өсөн программа әҙер тиерлек.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, такси тураһындағы яңы закон сиктәрендә лицензиялар биреү менән урындағы башҡарма власть органдары шөғөлләнәсәк. Башҡортостанда бының менән республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты эш итәсәк. Төбәктә лицензия 800 һум торасаҡ, ҡулланыу срогы – 5 йыл. Рәсәйҙә был арҙан иҫәпләнә — документ хаҡы уртаса 1000-2600 һум тәшкил итә. Был процесҡа (документтар тапшырғандан алып лицензия биреүгә тиклем) күп тигәндә 20 көн кәрәк буласаҡ, тип планлаштырыла Дәүләт комитетында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть