6 декабрь, Шишәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 17:55

Башҡортостанда аҙыҡ-түлек продукттары арзаная

автор: Ғәлиә Нәбиева

Августа Башҡортостанда ҡулланыу хаҡтары индексы 99,8 процент тәшкил итте. 2009 йылдың октябренән ҡулланыу хаҡтары индексы тәүгә 100 проценттан кәмерәк булды. Бындай мәғлүмәттәр менән Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы бүлеште. Аҙыҡ-түлек кәрзиненең арзанайыуы йәшелсә-емешкә миҙгелле хаҡтар кәмеүенә бәйле, тип билдәләй белгестәр. Йәйҙең һуңғы айында йәшелсә һәм емеш-еләк 20 процентҡа тиерлек арзанайған. Был дөйөм ҡулланыу хаҡтары индексына йоғонто яһаған. 2010 йылдың күрһәткестәре менән сағыштырмаса, аҙыҡ-түлек продукттарына хаҡтарҙың артыуы ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа кәмегән.

Августа һуған, сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер һәм картуф – 17,4-31,5 процентҡа, емеш-еләк һәм цитрус емештәре уртаса 6,9 процентҡа арзанайған. Бынан тыш, һоло, арпа, манный һәм ҡарабойҙай ярмаларына хаҡтар – 3,6-5,1 процентҡа, борсаҡ һәм фасоль – 5,9 процентҡа, колбасаға – 2,3 процентҡа, шәкәргә 1,6 процентҡа кәмегән.

Шул уҡ ваҡытта статистиктар йомортҡаға хаҡтар күтәрелеүен күҙәтә (22,0%). Майонез, шоколад, һуттар һәм ит консервалары 2,2-4,4 процентҡа ҡиммәтләнгән.