8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2011 йыл, 17:01

Рөстәм Хәмитов: «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» төшөнсәһе - социаль категория

автор: Ольга Мортазина

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советы экология мәсьәләләрен тикшерҙе. «Һәр илдә лә экологик хәүефһеҙлек милли хәүефһеҙлектең бер өлөшө тип иҫәпләнә», — тип темаға иғтибар бүлеүгә асыҡлыҡ индерҙе ултырышты алып барыусы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

— Сәнәғәт потенциалының ҙур булыуына, тимәк, уның тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүенә ҡарамаҫтан, республикала ярайһы уҡ ҙур ғына саф, кеше аяғы баҫмаған тәбиғәт майҙандары бар. Айырыуса һаҡланған территориялар майҙандың 7 процентын тәшкил итә, был беҙҙең милли байлығыбыҙ. Әммә ҡалған территорияла хәл ҡатмарлы ғына. Республикала экологик йәһәттән бысраҡ производстволарҙың күп булыуы – тарихи яҡтан барлыҡҡа килгән хәл. Был нефть сығарыу, нефть эшкәртеү, химия.

Рөстәм Хәмитов айырыуса иғтибарын ғәмәлдәге ике объектҡа йүнәлтте — «Уфахимпром» акционерҙар йәмғиәтенә һәм Баймаҡ районындағы Семеновск алтын сығарыу фабрикаһына. Республика властары алдында был предприятиеларҙа әле Совет осоронда уҡ йыйылған зарарлы матдәләрҙе юҡ итеү бурысы тора. «Химпром» ҡалдыҡтарында диоксин бар, Семеновск фабрикаһы биләмәһендә терегөмөш, ауыр металдар, цианид бар.

— Банкрот булған был предприятиеларҙың эшмәкәрлеген бөтөрөү дәүләт иңенә ята. Был ярайһы уҡ ауыр йөк. Проектлаусылар иҫәпләп сығарыуынса, «Химпром» биләмәһен санациялау өсөн – ике миллиард һум, Семеновск фабрикаһын санациялау өсөн бер миллиард һум аҡса талап ителә. Был аҡсаларҙы ҡайҙан алырға? Федераль бюджет ярҙамынан тыш был һорауҙы хәл итә алмауыбыҙ билдәле. Һәм ошо юҫыҡта Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән әүҙем эш алып барыла, — тип хәбәр итте Рөстәм Зәки улы.

Банкрот булған предприятиеларҙан айырмалы рәүештә, ғәмәлдәге предприятиелар түләүгә һәләтле, шуға күрә экологик зыянды юҡ итеү уларҙың үҙҙәренең иңенә ятырға тейеш, тип иҫәпләй Президент.

— Әлегә ғәмәлдәге предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереүен дауам итә. Президент Хакимиәтенә Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Салауатта һауаның газдар менән бысратылыуына бәйле күп һанлы ялыуҙар килә. Яңыраҡ Салауат ҡалаһына Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота килде. Көн елһеҙ ине, һәм ул вертолеттан ҡала өҫтөндәге атмосфера торошоноң ғәмәлдә нисек булыуын күрҙе. Тулы хоҡуҡлы вәкил «сағыу» тәҫьораттар алды.

Президент предприятиеларҙың үҙҙәренең отчеттарында ҡалдыҡтар күләмен кәметеп күрһәтеүенә иғтибарын йүнәлтте. Ә халыҡтан килгән ялыуҙар һаны һис кәмемәй.

— Быйыл йәй Өфөнөң Орджоникидзе районы халҡынан күп һанлы ялыуҙар килде. Өҫтәүенә ҡалдыҡтар төндә, таңға табан, ял көндәрендә сығарыла. Был беҙҙең һыу ятҡылыҡтарына ағыҙылған бысраҡ һыуҙарға ла ҡағыла. Республикала ҙур йылғаларҙың, тәү сиратта Ағиҙел йылғаһының сифаты яҡшырмай.  

Рөстәм Хәмитов проблеманан сығыу юлын производствоны модернизациялауҙа һәм заманса технологияларҙы ҡулланылышҡа индереүҙә күрә.

— Экологик хәлдең насарайыуын тәү сиратта приборҙар һәм лабораториялар түгел, ә кешеләр һиҙә. Һәр кеше барыһынан өҫтөн үҙенең һаулығын ҡайғырта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттарының мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың сәләмәтлеге уртаса 50 процентҡа – кешеләр тормошоноң иҡтисади йәһәттән тәьмин ителеүенә, 25 процентҡа тирә-яҡ мөхит торошона бәйле. Дүрттән бер өлөшө — ул ярайһы уҡ ҙур күрһәткес. Шуға күрә «тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» төшөнсәһе – техник ҡына түгел, социаль категория ла. Халыҡ үҙенең именлеген нәҡ экология менән бәйләй, — тине республика Президенты.