Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республика аграрийҙары 38,6 млрд һумлыҡ продукция етештергән

Иҡтисад

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда бөтә төр категориялағы хужалыҡтар буйынса тулайым ауыл хужалығы продукцияһының күләме 38,6 млрд һум тәшкил итте, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Эксперттар йыл башына ҡарата мал һәм ҡош-ҡорт иҫәбенең тотороҡланыуын билдәләй.  

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ҡаты ҡоролоҡ һәм мал аҙығы етешмәүе арҡаһында былтыр йәй республика халҡы шәхси ярҙамсы хужалыҡтарындағы малдар һанын ҡыҫҡартҡайны. Хәҙер юғалған позициялар ҡабаттан тергеҙелә. Бөтә төр категориялағы хужалыҡтарҙа эре мал иҫәбе 1 миллион 384 мең башҡа еткән. Йыл башына ҡарата артым 6,5 процент тәшкил иткән. 1 авгусҡа Башҡортостанда 530,6 мең һыйыр, 861 мең һарыҡ һәм кәзә, 136 мең ат, 16485 мең баш ҡош-ҡорт иҫәпләнә.

Ағымдағы йылдың ете айында бер һыйырҙан 2100 килограмдан ашыу һөт һауылған. Һөт етештереү буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында алдынғы булып ҡала. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 1 миллион 66 мең тонна һөт, 944 тонна ҡымыҙ һатылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть