8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2011 йыл, 16:34

Башҡортостан Рәсәйҙең иң ҡунаҡсыл ун төбәге исемлегенә ингән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан ҡунаҡсыллыҡ кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре исемлегендә етенсе урын алды. Төбәктәр рейтингыһын Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты иҫәпләп сығарған, тип хәбәр итә РБК-рейтинг. 2006 йылдан 2009 йылға тиклем Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге түләүле хеҙмәттәрҙең дөйөм күләме 23320 миллион һумдан ашып киткән. Ошо арала ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендә күрһәтелгән хеҙмәт күләмдәре 8,63 процентҡа артҡан.

Рейтингыла беренсе урында — Мәскәү. Уның артынса курорттар төбәге — Краснодар крайы килә. Өсөнсө урын төньяҡ баш ҡалала – Санкт-Петербургта. Артабан Мәскәү, Свердловск өлкәләре һәм Ставрополь крайы урынлашҡан. Етенсе урын – Башҡортостанда.

Туриндустриялағы иң «ҡунаҡсыл булмаған» субъекттарға килгәндә иһә, был исемлеккә Тыва Республикаһы, Ҡалмыҡстан Республикаһы һәм Чукотка автономиялы округы эләккән.

Рейтинг төҙөгәндә ҡунаҡсыллыҡ өлкәһендәге түләүле хеҙмәттәр күләме күрһәткестәре иҫәпкә алынған (2006-2009 йылдарҙа ҡунаҡханаларҙа, туристарҙы урынлаштырырлыҡ башҡа урындарҙа күрһәтелгән хеҙмәттәр, санатор-һауыҡтырыу хеҙмәттәре). Иҫәпләү барышында Росстат материалдары файҙаланылған. Иҫәп-хисапты Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университеты эксперттары башҡарған.