7 декабрь, Шаршамбы

06 сентябрь 2011 йыл, 16:10

Салауатта билбау көрәшендә иң яҡшылар билдәләнде

автор: Дмитрий Слезин

Салауатта билбау көрәше буйынса Башҡортостан Республикаһы чемпионаты үтте.  Ярыштарҙы ойоштороусылар булып Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Милли көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы сығыш яһаны.

Турнирҙа республиканың Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Салауат, Октябрьский, Күмертау, Ағиҙел ҡалаларынан һәм Саҡмағош, Ауырғазы, Стәрлебаш, Дүртөйлө райондарынан 65 спортсы ҡатнашты. Улар араһында — бер атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәйҙең алты спорт мастеры, 20 спорт мастерлығына кандидат.

Ир-егеттәр араһында Шамил Нәзмиев (Дүртөйлө, 62 кг ауырлыҡта), Ринат Еникеев (Октябрьский, 68 кг), Алик Яҡупов (Стәрлетамаҡ, 75), Альберт Рәхмәтуллин (Мәләүез, 82 кг), Роберт Исмәғилов (Өфө, 90 кг), Рөстәм Зыяҡаев (Өфө, 100 кг), Рәдиф Аксурин (Өфө, 100 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында) еңеүсе булды.

Классик стилдә ир-егеттәр араһында иң яҡшылары: Әҙел Мөхәмәтшин (Октябрьский, 62 кг), Иншар Килмөхәмәтов (Ауырғазы районы, 68 кг), Динар Ғәлиуллин (Октябрьский, 75 кг), Наил Мөхәмәтйәнов (Өфө, 82 кг), Рөстәм Исламов (Саҡмағош, 90 кг).

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ирина Хәбирова (Октябрьский, 52 кг), Елена Зеленина (Уфа, 58 кг), Ләйсән Балғажина (Октябрьский, 66 кг), Виктория Панина (Октябрьский, 76 кг) чемпион исемен яуланы.

темалар: көрәш