8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2011 йыл, 14:47

Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында сифатһыҙ бал һаталар

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Һамар-Өфө-Силәбе трассаһында бал менән һатыу иткәндә хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡлаған.

— Бал менән һатыу иткән физик шәхестәрҙе тикшергәндән һуң, 10 хоҡуҡ боҙоу асыҡланды, дүрт протокол төҙөлдө, — тип хәбәр иттеләр күҙәтеү ведомствоһынан.

Бал һатыусыларҙың продуктҡа ветеринария-оҙатыу документтары булмай сыға, улар умарталыҡтың паспортын да күрһәтә алмаған. Бынан тыш, бал менән һатыу итеүселәрҙең үҙҙәренең медицина кенәгәләре булмаған. Былар барыһы ла продукттың сифатлы булыуында шик тыуҙыра.

Асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса протоколдар төҙөлгән. Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт инспекторҙары хоҡуҡ боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн материалдарҙы судҡа тапшырған.