3 декабрь, Шәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 14:45

Республикала кукуруз сабыуға төштөләр

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары 6 сентябргә ҡарата 35 мең гектарҙа кукуруз сапҡан. Был республикалағы кукуруз сәсеүлектәренең 32 проценты. Белгестәр билдәләүенсә, төп техник культураларҙың береһе – кукуруз быйыл ишелеп уңған. Бай йәшел масса тупаҫ мал аҙығы – силосҡа китәсәк.

Аграрийҙар уны һыуыҡтар төшкәнсе йыйып алырға ашыға, юғиһә кукуруздағы туҡлыҡлылыҡ сифаттарының ярайһы ныҡ юғалыуы ихтимал. Республиканың бер нисә районы был культураны урып йыйыу буйынса яҡшы темп алған. Атап әйткәндә, Миәкә, Илеш, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ, Әлшәй, Баймаҡ райондарында ике мең гектарҙан ашыу майҙанда кукуруз сабылған. Ә Мәләүездең мал аҙығы әҙерләүселәре 4,5 мең гектарҙағы йәшел массаны силосҡа сапҡан.

Аграрийҙарҙы тағы бер ураҡ кампанияһы көтә. Сиратта – көнбағыш. Быйыл уның плантациялары республикала бик ҙур майҙанды – 348 мең гектарҙы биләй. Ауыл эшсәндәре урып-һуғыу эштәрен башларға ашыҡмай, сөнки һауа шарттары көнбағышҡа тулыһынса өлгөрөргә мөмкинлек бирә.