5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 13:47

Өфөлө Рөстәм Арыҫланов дзюдо буйынса Рәсәй чемпионатында еңеүсе булды

автор: Дмитрий Слезин

Ҡазандың «Аҡ барс» һарайында ирҙәр һәм ҡатындар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты үтте.

Сарала Башҡортостандан биш кеше ҡатнашты: Александр Елизарьев (Күмертау, ауырлыҡ категорияһы —  90 килограмға тиклем), Рөстәм Арыҫланов (Өфө, 100 килограмдан ашыу), Дмитрий Балянов (Өфө, 100 килограмдан ашыу), Елена Зелинина (Өфө, 63 килограмға тиклем) һәм Кристина Примакова (Стәрлетамаҡ, 78 килограмдан ашыу).

Ил чемпионы исемен Рөстәм Арыҫланов яуланы. Ул команда иҫәбендә III урын алған Волга буйы федераль округы командаһы составында сығыш яһаны.