11 декабрь, Йәкшәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 13:28

Башҡортостанда 70% иген урып һуғылған

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ураҡ кампанияһы республикала һуңғы стадияһына яҡынлашты. Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары һәм мелиорация бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 сентябргә ҡарата иген культуралары майҙандарының 70 проценты урылған. Был миллион гектарҙан ашыу. Дөйөм төшөм 2 миллион 369 мең тоннанан ашҡан.

«Урылған» тигән графала көн һайын 2-3-шәр процент өҫтәлеп бара, республиканың айырым райондарында үткән ямғырҙарҙы иҫәпкә алып, ураҡ темптары бер аҙ кәмене.  

Һигеҙ район игенселәре ашлыҡты урып һуғыуҙы тамамлай. Дүртөйлө, Көйөргәҙе, Краснокама, Саҡмағош, Баҡалы, Бүздәк, Шаран райондары комбайнерҙары иген культуралары майҙандарының 80 процентын артта ҡалдырған.

Агротехник алымдарҙы ауыл эшсәндәре комплекслы алып бара. Урып-йыйыу эштәренән һуң һалам эҫкерткә һалына. Артабан трактористар ерҙе яҙғы сәсеүгә әҙерләй башлай. 6 сентябргә ҡарата 280 мең гектар ер туңға һөрөлгән, был планлаштырылған майҙандарҙың 23 проценты.