5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 13:20

Тарихи-мәҙәни мираҫ буйынса конкурста еңеүселәр Баҡыға саҡырыласаҡ

автор: Любовь Колоколова

БДБ дәүләттәре журналистары тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау темаһы буйынса конкурста ҡатнашырға саҡырыла. Уны Гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә өҫтөнлөклө саралар планы сиктәрендә Азербайжан дәүләт телеграф агентлығы үткәрә (АзерТАдж).

Талаптар киләһесә: материалдар ҡыҫҡа, 2-3 биттән дә артыҡ булмаҫҡа тейеш, көн ҡаҙағына һуҡҡан темаларҙы сағылдырырға тейеш. Конкурсҡа эштәр рус телендә ҡабул ителә.  

Конкурс эштәре БДБ-ның алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтары хеҙмәткәрҙәренән торған халыҡ-ара жюри менән баһаланасаҡ. Жюри рәйесе – АзерТАдж агентлығының генераль директоры Аслан Асланов.

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк. Беренсе урын өсөн – 1000 доллар, икенсе урынға – 500 доллар, өсөнсө урын өсөн – 300 доллар. Бынан тыш, өс дәртләндереү призы булдырыласаҡ.

Материалдар, мәҡәләләр, эсселар 15 ноябргә тиклем АзерТАдж:azertac@azdata.net адресы буйынса ҡабул ителә.

Конкурсҡа йомғаҡтар йыл аҙағында яһаласаҡ. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Баҡыла үтәсәк, тип хәбәр итә Рәсәйҙең Журналистар союзы сайты.