8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2011 йыл, 12:38

Башҡортостандың Учалы районы өс туристик бренд булдырған

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостандың туристик продуктын Рәсәй һәм донъя баҙарҙарына сығарыу – республиканың туристик берләшмәһендә ҡатнашыусылар алдында торған мөһим бурыстарҙың береһе. Улар фекеренсә, тәү сиратта әлеге ваҡытта әҙер булған туристик объекттарҙы үҫтереү зарур.

Мәҫәлән, Учалы районы Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетына бер нисә ҡыҙыҡлы тәҡдим индергән.

Билдәле булыуынса, «Ирәмәл» тау комплексы Учалы районының иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. 2010 йылда «Ирәмәл» тәбиғәт паркы булдырылған, шулай уҡ туристик комплекс ойоштороу буйынса ла проект әҙерләнә. Бында бер нисә туристик, спорт һәм мәҙәни-күңел асыу объекттарын булдырыу планлаштырыла.

Учалы районы тәҡдим иткән икенсе бренд – «Ахун мегалитик комплексы» уникаль археологик ҡомартҡыһы. Йыл әйләнәһенә бында илдең төрлө төбәктәренән туристар теләк теләргә килә. Археологик ҡомартҡы эргәһендә туристик туҡталҡа ла булдырылған.

Райондың киләһе иҫтәлекле урыны — Әүлиә шишмәһе. Ағымдағы йылдың май-июнь айҙарында ғына бында 40 меңдән ашыу кеше килгән. Урындағы эшҡыуарҙар бында туристик туҡталҡа төҙөгән.

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында иҫәпләүҙәренсә, юл буйында туристар өсөн ҡунаҡханалар, заманса кемпингтар төҙөүгә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәк.