Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә алты балалар баҡсаһы асыласаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә йыл аҙағына тиклем алты яңы балалар баҡсаһы асыласаҡ. Был хаҡта Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә ҡала башлығы Павел Качкаев хәбәр итте.

Уның әйтеүенсә, Октябрь, Калинин, Орджоникидзе райондарында балалар баҡсаларын асыу планлаштырыла. Улар араһында яңы төҙөлгәндәре лә, кире ҡайтарылғандары ла бар.

Әгәр баҡсаларҙы асыу буйынса планлаштырылған сроктар күҙәтелһә, Өфөлә 2011 йылда яҡынса 1500 балаға иҫәпләнгән 10 баҡса файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Павел Качкаев, 1 сентябргә генә Өфөлә бер юлы өс балалар баҡсаһы асылды, шуларҙың икәүһе Сипайлово биҫтәһендә, тип хәтергә төшөрҙө. Шулай уҡ, ҡала башлығы әйтеүенсә, балалар баҡсаларын асыуҙан тыш, Өфөлә йыл аҙағына тиклем 39-сы гимназияны реконструкциялау тамамланырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть