5 декабрь, Дүшәмбе

06 сентябрь 2011 йыл, 11:30

Владимир Путин яңы эш башлаусы ауыл медиктарына берәр миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте

автор: Әлфиә Әһлиуллина

РФ Премьер-министры Владимир Путин ауыл ерендә эшләргә ниәтләгән яңы эш башлаусы медиктарға берәр миллион һум аҡса бүлергә тәҡдим итте. Тик улар унда биш йылдан да кәм эшләргә тейеш түгел.

Был хаҡта РФ Хөкүмәте башлығы Череповецта (Вологда өлкәһе) «Берҙәм Рәсәй» партияһы конференцияһында иғлан итте, тип хәбәр итә РБК.

«Аҡсалар һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программалары сиктәрендә бүленәсәк, был яҡынса 11 миллиард һум тәшкил итәсәк», — тигән Премьер-министр һүҙҙәрен килтерә РБК. Владимир Путин һүҙҙәре буйынса, тәү сиратта федераль үҙәк «үҙҙәре ҡыбырлаған һәм медиктарын урынлаштырыу өсөн барыһын да эшләгән» төбәктәргә ярҙам итәсәк.

Владимир Путин фекеренсә, тәҡдим ителгән сара 2012 йылда ауыл ерендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре дефицитын (әлеге ваҡытта ул яҡынса 22 мең белгес тәшкил итә) кәм тигәндә ике тапҡырға кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Премьер-министр шулай уҡ Хөкүмәттең льгота менән ҡулланыусыларға дарыу һатып алыу өсөн төбәктәргә 2,3 миллиард һум аҡса бүлергә, тигән ҡарарға килеүе хаҡында әйтте. Премьер рәсәйлеләрҙе дарыу менән тәьмин итеүҙә өҙлөк булырға тейеш түгел, тип белдерҙе.