8 декабрь, Кесе йома

06 сентябрь 2011 йыл, 10:38

Күсемһеҙ милек буйынса күргәҙмә-йәрминкәлә ер участкаларын һатып алыуға бәйле консультациялар биреләсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә 27-29 октябрҙә үтәсәк «Күсемһеҙ милек. Көҙ — 2011» күргәҙмә-йәрминкәһендә тамашасыларға торлаҡ һайлап, уны ҡулай хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге биреләсәк. Теләге булғандар шәхси иғландар стендында торлаҡ һатып алыу, һатыу һәм алмаштырыу тураһында иғлан бирә аласаҡ.

Граждандарҙың сит илдә күсемһеҙ милек һатып алыуға һәм средстволарын инвестициялауға булған ҡыҙыҡһыныуы ла күргәҙмәлә сағылыш табасаҡ. Сит илдәрҙең күсемһеҙ милке күрһәтелгән бүлек үҙаллы экспозиция итеп эшләнә.

Күсемһеҙ милек буйынса «Азимут» берҙәм мәғлүмәт хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкалары һатып алыу мәсьәләһе халыҡ өсөн иң ҡатмарлыһы һанала. Күргәҙмәгә килеүселәрҙең барлыҡ һорауҙарына экспоненттар үҙҙәре лә, күргәҙмә-йәрминкә дауамында эшләйәсәк Консультациялар үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә яуап бирәсәк.

Банкирҙар иһә уңайлы ипотека менән ҡыуандырырға ниәтләй. Фатир һайлап өлгөргәндәргә күргәҙмәлә ипотека кредиты шарттарын иҫәпләп, торлаҡ һатып алыуҙың иң ҡулай варианттары тәҡдим ителәсәк. Экспо-форумда тиҫтәнән ашыу банктың ҡатнашыуы көтөлә.