Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһына Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев рәхмәтен белдерҙе

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Рощинский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет мәғариф учреждениеһы уҡытыусыһы Гүзәл Сәлимйәноваға РФ Президенты Дмитрий Медведев рәхмәтен белдерҙе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2011 йылдың авгусындағы 547-рп һанлы бойороғонда Гүзәл Фәрит ҡыҙы «эшендәге ҡаҙаныштары, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн» ил башлығының рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды, тиелә.

«Башинформ» агентлығына Гүзәл Сәлимйәнова хәбәр итеүенсә, хеҙмәт өлкәһендә лә, РФ Президенты Хакимиәтенән дә уның әлегә тиклем бындай рәсми документтар алғаны юҡ. Һәм ил башлығы үҙенең рәхмәт һүҙҙәрен үткән йылдың ноябрь айында Мәскәүҙә уҙғарылған «Туған тел уҡытыусыларының бөтә Рәсәй мастер-класы»ның профилле номинацияһында, йәки башҡа һөнәри ярыштарҙа уңышлы сығыш яһауы айҡанлы белдергән, тип уйлай.  

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ дөйөм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Гүзәл Сәлимйәнова – «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы — 2010» төбәк-ара конкурсында Гран-при лауреаты, «Башҡорт теле дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу» инновацион методикалар йыйынтығы авторы, педагогтарҙың һөнәри конкурстарында әүҙем ҡатнашыусы.

Гүзәл Фәрит ҡыҙы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын 1993 йылда тамамлай, хеҙмәт биографияһы туған мәктәбендә эшләү менән бәйле. Уның ғаиләһендә йәнә бер нисә педагог бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть