4 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2011 йыл, 18:17

«Салауат ерендә» гәзите VII «Халыҡ власы» Бөтә Рәсәй конкурсының лауреаты булды

автор: Любовь Колоколова

«Салауат ерендә» гәзите (Салауат районы) VII «Халыҡ власы» Бөтә Рәсәй урындағы үҙидара проблемаларына арналған мәҡәләләр конкурсында лауреат булды, тип хәбәр иттеләр конкурстың ойоштороу комитетынан.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы көтөлгән йомғаҡлау сараһы 21-23 сентябрҙә Пушкинские Горы ҡасабаһында (Псков өлкәһе) үтәсәк. Унда «Салауат ерендә» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары Шамил Әхмәтшин саҡырылған. Ул «Асыҡ тема» номинацияһында лауреаттар исемлегендә.

Конкурсҡа быйыл Рәсәй Федерацияһының 55 субъектынан һәм Украина исеменән йәмғеһе 390 заявка бирелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр «Учалинская газета» был конкурстың дипломанты булғайны. Йомғаҡлау сараһы Владимирҙа үтте.