Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

23 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһендә граждандар оборонаһы айлығы старт алды

Иҡтисад

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһендә граждандар оборонаһы айлығы старт алды. 4 октябрҙә тамамланасаҡ айлыҡ дауамында тимер юл инфраструктураһы объекттарында урынлашҡан барлыҡ һаҡлау ҡоролмаларының, уҡыу кластарының һәм граждандар оборонаһы мөйөштәренең торошона комплекслы тикшереү үткәреү планлаштырыла. Төбәктең Өфө, Дим, Стәрлетамаҡ кеүек ҙур станцияларына айырым иғтибар биреләсәк.

Смотр-конкурс йомғаҡтары буйынса тимер юл объекттарындағы граждандар оборонаһы ҡоролмаларын тотоу һәм файҙаланыу буйынса иң яҡшы коллективтар билдәләнәсәк.

Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Рөстәм Ғөбәйҙуллиндың хәбәр итеүенсә, бындай сараларҙы даими үткәреү тимер юл объекттарының ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә ойошҡан рәүештә, хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп эш итеүгә әҙерлеген күтәреү мөмкинлеген бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть