11 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2011 йыл, 17:20

Өфө халҡы онлайнда аҡсаға уйнарға тейеш түгел

автор: Ольга Мортазина

Өфө прокуратураһы баш ҡалалағы интернет-провайдерҙарға дәғүәләр белдерҙе. Беренсе булып ҡалалағы иң ҙур «Уфанет» провайдеры тикшерелде. Уның йомғаҡтары буйынса ҡомарлы уйындар ойоштороу тураһындағы федераль законды боҙоу осраҡтары асыҡланды. Интернет-провайдерҙар онлайн-уйындар үткәрелгән сайттарға инеү мөмкинлеген сикләргә тейеш. Әммә Өфө компанияһының ошондай 21 ресурстың эшмәкәрлеген көйләүе асыҡланған.  

Судҡа провайдерға уйын сайттарына инеүҙе ябыуҙы талап иткән дәғүәләр һәм яуаплыларға ҡарата хеҙмәт күрһәтеүҙе тыйыу буйынса саралар ҡулланыу тураһында үтенес ҡағыҙы ебәрелгән. Өфө прокуратураһынан аңлатыуҙарынса, был сараны ҡулланыу-ҡулланмауҙы суд үҙе хәл итә.  

— Судта ҡаралғанға тиклем провайдер үрҙә билдәләнгән сайттарҙы үҙ теләге менән фильтрҙар ярҙамында блокка ҡуйып, был турала тейешле документтар тапшыра ала, — тип хәбәр итте Өфө прокуроры вазифаһын башҡарыусы Руслан Кәримов. — Прокуратура хеҙмәткәрҙәре бер «Уфанет»ты ғына тикшермәне, әлеге ваҡытта тағы ла туғыҙ провайдерға ҡарата ошондай уҡ дәғүәләр әҙерләнә.