Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан үҙенең туристик ресурстарын Түбәнге Новгородта тәҡдим итәсәк

Иҡтисад

28-30 сентябрҙә тәүгә Волга буйы федераль округында туристик ресурстар фестивале-презентацияһы уҙғарыласаҡ. Фестиваль Түбәнге Новгородта үтәсәк. Унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашасаҡ. Фестивалгә әҙерләнеү өсөн махсус комиссия булдырылған.

БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты билдәләүенсә, сарала ҡатнашыу Башҡортостан Республикаһының туристик продуктын эске һәм халыҡ-ара баҙарҙарына сығарыуға, шулай уҡ эске туризмды әүҙемләштереүгә, республика биләмәһендә туристик эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә ярҙам күрһәтеүгә булышлыҡ итәсәк.

Фестиваль сиктәрендә ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округында туристик өлкәне үҫтереү пландары менән танышасаҡ, уларға үҙ-ара аралашыу, хеҙмәттәштәр һәм Волга буйы федераль округының туристик баҙарында ҡатнашыусылар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге биреләсәк. Шулай уҡ конкурстар, мастер-кластары, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар һәм конференциялар ойоштороласаҡ. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Волга буйы федераль округы территорияларын комплекслы рекламалау ҙа үткәреләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть