7 декабрь, Шаршамбы

05 сентябрь 2011 йыл, 15:21

Алдағы ял көндәрендә Өфөлә бал йәрминкәһе үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

10-11 сентябрҙә Өфөлә сираттағы бал йәрминкәһе үтәсәк. Сараны ойоштороусылар – республика баш ҡалаһының Совет районы хакимиәте һәм Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге.

Йәрминкәлә өфөлөләргә һәм баш ҡала ҡунаҡтарына сифатлы бал тәҡдим итәсәктәр. Һатып алыусылар өсөн тәмләп ҡарау мөмкинлеге лә буласаҡ. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге белгестәре йәрминкәгә килеүселәргә бал һайлап алырға ярҙам итәсәк.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, башҡорт балы күргәҙмә-йәрминкәһендә әүҙем ҡатнашыусы республика районына күсмә кубок тапшырыласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән йылдарҙа бал йәрминкәһенең күсмә кубогы менән Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен, Әлшәй райондары бүләкләнде.