9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2011 йыл, 14:56

«Тамыр» балалар телеканалы журналистары «Включайся!» халыҡ-ара проекты призерҙары булды

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Тамыр» телеканалы программалары яңыраҡ Мәскәүҙә үткән «Включайся!» халыҡ-ара балалар телевидениеһы фестивалендә билдәләнде. Балалар телеканалында йылға яҡын эшләгән бишенсе класс уҡыусыһы Иван Мережко фестивалдә «Уҡытыусым менән ғорурланам» махсус программаһының авторҙашы булараҡ сығыш яһаны. Унда Иван хыялындағы уҡытыусы хаҡында бәйән итә. «Тамыр» телеканалы профессионалдары менән берлектә төшөрөлгән йәш журналистың был проекты уны махсус приз менән бүләкләгән жюри ағзаларына ғына түгел, «Детский» каналы продюсерҙарына ла оҡшаған. Улар программаны үҙ каналдарында бөтә Рәсәйгә күрһәтергә тәҡдим иткән.

Икенсе награданы балалар телеканалы Берләшкән Милләттәр ойошмаһының балалар фонды етәксеһе ҡулдарынан алды. Режиссер Ләйсән Мәзитова менән журналист Элина Хананованың мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙыҡай тураһындағы эше ЮНИСЕФ менән булдырылған «Хаҡым бар» номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

«Башинформ» агентлығына «Тамыр» каналы редакцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, фестивалдә Ҡырғыҙстан, Латвия һәм Украинанан да йәш журналистар ҡатнашҡан.

Дүрт көн дауамында сарала ҡатнашыусылар үҙ-ара аралашып, бер-береһенең эштәрен ҡарап, жюри ағзалары үткәргән мастер-кластарында ҡатнашҡан.

«Включайся!» фестивалендә өлкәндәрҙән тыш, балалар жюрийы ла эшләгән. Улар иҫәбенә үткән йыл фестивалдәрендә еңеү яулаған студияларҙан балалар ингән. Араларында «Тамыр» телеканалының йәш журналисы, «Царь горы» тапшырыуын алып барыусы беҙҙең Айҙар Әхмәҙиев та булған.