8 декабрь, Кесе йома

05 сентябрь 2011 йыл, 13:48

Өфөлә «Тәбиғәт һәм кеше» экологик акцияһы башланды

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә йыл һайын үткәрелеүсе «Тәбиғәт һәм кеше» экологик акцияһы старт алды. Уның координаторҙары булып ғәҙәттәгесә ҡаланың экология-биология үҙәктәре, шулай уҡ йәш натуралистар станциялары сығыш яһай. Был сарала Өфөнөң барлыҡ балалар мәғариф учреждениелары ла ҡатнашасаҡ. Өфө балалар экология-биология үҙәге директоры Людмила Ғәбитова әйтеүенсә, акцияның төп маҡсаты — ҡаланы төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү генә түгел. Иң мөһиме — балаларҙы үҫентеләр ултыртыуға, тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарарға өйрәтеү.    

— Сара сиктәрендә бөтә мәктәптәргә лә ағас һәм ҡыуаҡ үҫентеләре бүлеп биреләсәк. Улар мәктәптәргә ваҡытында һәм тейешле күләмдә еткереләсәк. «Тәбиғәт һәм кеше» экоакцияһы ике ай дауам итәсәк. Ағас ултыртыуҙан тыш, был арала территорияларҙы, шулай уҡ һыу ятҡылыҡтары зонаһын таҙартыу буйынса рейдтар ойоштороласаҡ. Бынан тыш, акция сиктәрендә, мәҫәлән, «Мәктәптең йәшел кейеме» һәм « Мәғариф учреждениеһының уҡыу-тәжрибә участкаһы» кеүек конкурстар ҙа көтөлә. Был ике конкурсҡа алдағы ике көндә — 6 һәм 7 сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Беҙҙең өсөн балаларҙың ер менән бәйләнештәре өҙөлмәүе, уларҙың ағас-ҡыуаҡтар ултырта, һәр төрлө үҫемлектәр үҫтерә белеүе мөһим. Минең ҡарашҡа, балаларға, мәҫәлән, ҡуҙаҡлыларҙың, сатыр сәскәлеләрҙең нисек булыуын күрһәтеп аңлата алырлыҡ мәктәп ҡарамағындағы күргәҙмә тәжрибә участкаларының булыуы мөһим. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауына ҡарамаҫтан, һәр бала ерҙә эшләү тәжрибәһен алырға тейеш, — тине «Башинформ» агентлығына Людмила Ғәбитова.