11 декабрь, Йәкшәмбе

05 сентябрь 2011 йыл, 13:27

Башҡортостанда таксистарҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Пассажирҙарҙы еңел автомобилдәрҙә ташыуҙы көйләгән закондың көсөнә инеүе айҡанлы Башҡортостанда таксистарҙың берҙәм реестры булдырыласаҡ. Еңел автомобилдәрҙә пассажирҙар ташыусыларҙы республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты барлаясаҡ.

— Әүәлгә тиклем бындай исемлек булманы, шуға күрә республикала таксилар һанын билдәләү ауыр ғына, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына комитет рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский. – Беҙҙең иҫәпләүҙәр буйынса, 10-15 мең тирәһе рөхсәт ҡағыҙы кәрәк буласаҡ. Улар тик автомобилдәргә генә бирелә.

Реестр электрон рәүештә булдырыласаҡ. Үҙенең мәғлүмәттәре менән Дәүләт комитеты башҡа ведомстволар, мәҫәлән, ЮХХДИ менән дә бүлешмәксе.

— Реестр мәғлүмәттәренә рөхсәт алып, инспекторҙар автомобилдең пассажирҙар ташыуға рөхсәте булыу-булмауын еңел тикшерә ала, — тип асыҡланы Андрей Быковский. – Рөхсәттәре булмай тороп, пассажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән таксистар штраф түләйәсәк.