Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Берҙәм рәсәйлеләр Ишембайға балалар ҡаласығы бүләк итте

Сәйәсәт

Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Фәхретдинов Ишембай районында «Берҙәм Рәсәй» көндәре дауамында урындағы властарға Ишембайҙа балалар ҡаласығы төҙөүгә 100 мең һумға сертификат тапшырҙы.

— Мин үҙем Ишембай районының Сайран ауылында тыуғанмын, һәм бәләкәй ватаныма ҡайтыуым минең өсөн һәр ваҡыт оло байрам. Көсөргәнешле эш графигы арҡаһында бында йыш була алмайым, — тине «Башинформ» агентлығына Иршат Фахретдинов. — Яҡташтарыма ҡунаҡҡа буш ҡул менән килмәнем, «Берҙәм Рәсәй» партияһы исеменән һәм шәхсән үҙемдән Ишембайға балалар ҡаласығы асыуға 100 меңгә сертификат тапшырам. Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында урынлаштырыласаҡ балалар ҡаласығы яҡташтарымдың балаларына бик күп шатлыҡлы минуттар бүләк итер, тип уйлайым. Балаларға бүләк эшләү айырыуса ҡыуаныслы, сөнки балалар  — беҙҙең киләсәк, беҙҙең терәгебеҙ.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть