7 декабрь, Шаршамбы

05 сентябрь 2011 йыл, 12:14

Башҡортостан гүзәле «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалына сыҡты

автор: Галина Бахшиева | фото: Галина Бахшиева

Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Ғәләүетдинова Рәсәйҙә тәүгә үткәрелгән «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсы финалына сыҡты. Сара әле Краснодар крайында үткән «ЭКА МИР–2011» бөтә Рәсәй экологик башланғыстар форумы сиктәрендә ойошторола.

Конкурсты ойоштороусылар киләһене күрһәтергә теләй: бөгөнгө көндә гүзәллек – ул матур ҡиәфәт һәм шарм ғына түгел, ә экологик йәһәттән аңлы, тәрбиәле булыу ҙа, ер-әсәбеҙгә эштәр менән ярҙам итергә теләү һәм әҙер булыу. Шуның өсөн конкурста ҡатнашыусылар экология өлкәһендә әүҙем позициялы, үҙҙәренең экологик проекттарын булдырып, уларҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булырға тейеш.

— Дөйөм алғанда «Йәшел муйынсаҡ» матурлыҡ эко-конкурсында 60-тан ашыу һылыу ҡатнашты. Әле 14 ҡатнашыусы ғына ҡалды. 6 сентябрҙә финал буласаҡ, һәм беҙҙең бер генә минут буш ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, төрлө фотосессия, масер-кластары, конкурстар көн дә ойошторола, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Рәсәйҙә беренсе матурлыҡ эко-конкурсы финалына сығыусы Лилиә Ғәләүетдинова.

— «Йәшел муйынсаҡ» конкурсында еңеүсе булырмынмы – уныһын белмәйем, — тип дауам итә Лилиә Ғәләүетдинова. – Мин үҙемде тейешенсә баһалайым, шуға күрә конкурста лайыҡлы ҡыҙҙың еңеп сығыуы минең өсөн мөһим. Әлбиттә, еңеүсе булырға теләр инем. Матурлыҡ конкурсының иң һылыу ҡыҙы тигән исем ысынында ли тик исем генә булырға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Минең ҡарашҡа, яңы исем яулап, халыҡҡа ниндәй ярҙам килтерә алыуың тураһында уйлау мөһим.