10 декабрь, Шәмбе

05 сентябрь 2011 йыл, 11:01

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәш һыбайлыларҙың Европа чемпионатын асты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында йәш һыбайлыларҙың XXVI Европа чемпионаты үтте. Рәсәйлеләрҙән тыш ярыштарҙа Австрия, Бельгия, Чехия, Финляндия, Франция, Германия, Италия, Нидерландтар, Норвегия, Испания, Швеция вәкилдәре лә ҡатнашты.

Чемпионатты асыу тантанаһында ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов сәләмләне:

— Хәйерле көн, ҡәҙерле дуҫтар! Мин XXVI Европа йәш һыбайлылар чемпионатында ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы сәләмләүемә шатмын. Бындай оло һәм яуаплы чемпионатты Башҡортостан ерендә ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Өфөнө һайлауҙары осраҡлы түгел. Беренсенән, Башҡортостан әүәл-әүәлдән йылҡысылыҡ буйынса ҙур эш алып бара. Икенсенән, бындай ярыштар үткәреү өсөн беҙҙә бик яҡшы шарттар булдырылған. Өсөнсөнән, беҙ йылҡысылыҡты үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, бөгөн беҙ аттар иҫәбе буйынса Рәсәй Федерацияһында икенсе урында.

Ипподромдың тулы трибуналарын күреүе ҡыуандыра. Был ысынлап та ҙур байрам. Мин ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡотлайым! Уңыштар һеҙгә!

Президент телмәренән һәм Рәсәй менән Башҡортостан гимндарынан һуң ярышта ҡатнашыусылар легендар рус тройкаларында үҙәк трибунаға килде.

Ат-спорт байрамын ҡанатлы Толпарҙағы яңғыҙ һыбайлының сығышы, «Ҡыҙҙы ҡыуып ет» тип аталған халыҡ уйыны һәм ижади коллективтар концерты дауам итте.