9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2011 йыл, 10:02

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарук менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

2 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы ағзаһы, «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Александр Гончарук менән эш осрашыуы үткәрҙе. Әңгәмә барышында республика башлығы нефтселәрҙе Нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы, «Башнефть» компанияһына «темптарҙы кәметмәҫкә, республика именлегенә тағы ла әүҙемерәк эшләргә» теләне.

Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының республиканың төп эре партнеры булыуын билдәләне, компанияның артабан да нефть сығарыу һәм эшкәртеү күләмдәрен арттырыуына ышанысын белдерҙе.

— Ҡотлау һүҙҙәремде үҙегеҙҙең предприятие коллективтарына ла еткерегеҙ. Беҙ һеҙгә ысынында ла етди, эре партнерҙарға, ышаныслы кешеләргә кеүек ҡарайбыҙ. Бындай эште артабан да дауам итәсәкбеҙ, — тине республика башлығы.

Александр Гончарук, үҙ сиратында, осрашыуға әҙерләнгәндә хеҙмәттәшлек буйынса белешмәләр ҡарауын һәм «бер нисә ҡыҙыҡлы һандарҙың» табыуын билдәләне.

— Бюджетҡа һалым түләү: 2009 йыл – 11 миллиард һум, 2010 йыл – 15 миллиард, 2011 йылдың тәүге ярты йыллығы – 8 миллиард, 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса 16 миллиард булыр, тип уйлайбыҙ, — тине Александр Гончарук. – Йәғни беҙҙең һандар һәр ваҡыт үҫә. Был республика кимәлендәге бөтә төр һалымдар буйынса. Шәфҡәтлелек ярҙамы буйынса ла һандар үҫә килә, быйыл былтырғыға ҡарағанда был һан ҙурыраҡ булмаҡсы, сөнки хәйриә ярҙамы беҙҙең финанс керемдәргә бәйле буласаҡ, тип һөйләшкәйнек.

Ҡайтанан булдырылған һалымдар түләү системаһы – «60/66» таможня пошлинаһы ғына ҡамасау итмәһә. «Башнефть» унан зыян күрҙе лә инде. Нигеҙҙә эшкәртеү менән шөғөлләнгән компаниялар зыян күрә. Ә өҫтөнлөклө рәүештә файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу менән мәшғүл компаниялар өсөн был файҙаға ғына. 1 октябрҙән ғәмәлгә ашырыласаҡ яңы таможня пошлинаһы арҡылы күпме аҡса юғалтыуыбыҙ хаҡында әйтә алмайбыҙ. Был бер миллиард самаһы аҡса булмаҡсы. Әммә беҙгә компенсация ла вәғәҙә итәләр. Ул, әлбиттә, адреслы булырға тейеш, сөнки барыһына ла түгел, ә зыян күреүселәр өсөн генә тәғәйенләнергә тейеш.

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан етәкселегенең дә был мәсьәлә буйынса эш алып барыуын белдерҙе.

— Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Финанс министрлығы исеменә хат ебәрҙем. Республика фекере күҙ уңында тотоласаҡ, тигән билдәле яуап та алдыҡ, сөнки республика бюджетына керемдәр билдәле кимәлдә кәмей килә. 2012 йыл буйынса һандарҙың миллиард, миллиард ярымға ла барып баҫа алыуын аңлайбыҙ, был ҡабул итерлек хәл түгел, сөнки бюджет дефициты беҙҙә ярайһы уҡ ҙур. Киләһе йылға 13 миллиард самаһы аҡса планлаштырабыҙ. Шуға күрә зыянды ҡаплау өҫтәндә бергәләп эш итәйек, — тине республика башлығы.