9 декабрь, Йома

05 сентябрь 2011 йыл, 9:25

Рөстәм Хәмитов: Һөт фестивале Башҡортостанда йыл һайын үткәреләсәк

автор: Ғәлиә Нәбиева

— Был байрам, һис шикһеҙ, традицион сараға әйләнәсәк, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Һөт иле — 2011» Бөтә Рәсәй һөт фестиваленең асылыуына арналған брифингыла. — Һөт фестивален беҙ Өфөлә йыл һайын, һәр көҙ һайын үткәрәсәкбеҙ.

Рөстәм Зәки улы бындай байрамдарҙы бөтә республика буйынса үткәреү мөмкинлеген дә инҡар итмәне.

— Бындай фестивалдәр үткәрерлек лайыҡлы ҡалаларыбыҙ, лайыҡлы район үҙәктәребеҙ бар, — тип билдәләне Башҡортостан Президенты. — Шуға күрә мин йылдың бер көнөндә бар республикала һөт байрамы билдәләнеүен теләр инем.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, ошо рәүешле Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының иң һөтлө төбәге статусына эйә булыуын раҫлай.  

— Артабан да был марканы йөрөтөр өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һәм етештереү ҡеүәттәрен арттырасаҡбыҙ, — тип ышандырҙы Башҡортостан Президенты. – Бөгөн беҙ — лидерҙар, әммә конкуренттар етеп килә. Был Татарстан, Ростов өлкәһе һәм Краснодар крайы, Рәсәй Федерацияһының башҡа ҙур субъекттары. Шуға күрә беҙгә эшләргә, етештереү ҡеүәттәрен әүҙем арттырырға һәм бөгөн планлаштырған программаны үтәргә кәрәк.