5 декабрь, Дүшәмбе

02 сентябрь 2011 йыл, 17:36

Удмуртиянан Башҡортостанға дуҫлыҡ күпере һалынды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостандың Тәтешле районынан «Марзан» һәм Удмуртияның Алнаш районынан «Дор выжы» фольклор коллективтары Тәтешле районында ижади кисә ойоштороп, ике республика араһында дуҫлыҡ күперен һалды.

БР Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, Удмуртиянан килгән ҡунаҡтар биҙәү-ғәмәли сәнғәт, көнкүреш әйберҙәре, милли костюмдар һәм аш-һыу күргәҙмәһе менән танышты. Бынан һуң ансамблдәрҙең икеһе лә уртаҡ концерт ойошторҙо.

Бейеү һәм таҡмаҡтар менән ҡатыштырылған халыҡ уйындары осрашыу кульминацияһы булды, унда сараға килеүселәрҙең барыһы ла ҡатнашты.

Киләһе йылда ике фольклор коллективы ҡатнашлығындағы бындай дуҫлыҡ күперен Удмуртия Республикаһының Алнаш районында ойоштороу планлаштырыла.