6 декабрь, Шишәмбе

02 сентябрь 2011 йыл, 16:34

Йыл башынан Башҡортостанда 77 урман янғыны булған

автор: Галина Бахшиева

Сираттағы урман янғыны йәнә республиканың Ейәнсура районы Байыш урман хужалығында булған. Янғын көн элгәре 0,7 гектар майҙанда сыҡҡан.

— Янғын шул уҡ көндө һүндерелде. Уның сәбәбе әле асыҡлана. Йыл башынан Башҡортостанда йәмғеһе 77 урман янғыны булған, һөҙөмтәлә 475 гектар урман зыян күргән. Ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында 30 урман янғыны сыҡҡан. Берәүһе – ағас әҙерләү урынында, дүртәүһе – ауыл хужалығы үрте арҡылы, ун бере ямғырһыҙ ҡоро йәшен сәпәбле сыҡҡан. 31 урман янғынының сәбәбе әле булһа билдәле түгел, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.