4 декабрь, Йәкшәмбе

02 сентябрь 2011 йыл, 13:03

Башҡортостан Президенты Ирандың Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашты

автор: «Башинформ» | фото: Андрей Старостин

1 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Иран Ислам Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Рәсүл Шаян менән осрашыуы үтте. Әңгәмә барышында Башҡортостан менән Иран араһында сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләре, шулай уҡ ике яҡ өсөн дә файҙалы булған хеҙмәттәшлек перспективалары ҡаралды, тип хәбәр итә БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

Рөстәм Хәмитов Рәсүл Шаянды Башҡортостандағы иҡтисади хәл, сәнәғәт һәм аграр производстволарының үҫеш тенденциялары менән таныштырҙы. Башҡортостан Президенты шулай уҡ республика менән Иран араһындағы мөнәсәбәттәргә баһа бирҙе.

«Беҙҙең тышҡы сауҙа әйләнеше артыҡ ҙур түгел, былтыр уның күләме 70 миллион АҠШ долларынан аҙ ғына ашыуыраҡ тәшкил иткәйне, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беренсе ярты йыллыҡты беҙ 40 миллион АҠШ доллары самаһы һөҙөмтәләр менән тамамланыҡ, әммә был нигеҙҙә — Башҡортостан тауарҙары экспорты. Ирандан беҙ тауарҙар һатып алмайбыҙ ҙа тиерлек. Беҙгә, әлбиттә, үҙ-ара килешеп эш итеү күләмдәрен арттырыу, уларҙы ике яҡ өсөн дә файҙалы итеү зарур».

Башҡортостан Президенты үҙ-ара сауҙа бәйләнештәрен көйләү маҡсатында Ирандың эшлекле даирә вәкилдәренең республикаға килеүен, һәм Башҡортостан белгестәренең Иранға барыуын ойошторорға тәҡдим итте. Рөстәм Хәмитов Ирандың Генераль консулы иғтибарын республиканың көйләнгән шифахана-курорт системаһына йүнәлтте, һәм уның визиты беҙҙең мөнәсәбәттәрҙе яңы кимәлгә күсерәсәк, тигән ышанысын белдерҙе.

Рәсүл Шаян иҡтисад өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә әҙер булыуын белдерҙе.

«Мәскәүҙәге беҙҙең илсе менән һөйләшкәндә, ул һеҙгә сәләм әйтергә ҡушты һәм һеҙҙең менән ошо мәсьәләләрҙе тикшерергә тәҡдим итте. Нефть өлкәһендә ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте булдырыу бик тә мөмкин», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Иран Ислам Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы.