7 декабрь, Шаршамбы

02 сентябрь 2011 йыл, 11:19

Белем көнөндә Рөстәм Хәмитов беренсе курс студенттарын сәләмләне

автор: Дмитрий Слезин | фото: Андрей Старостин

Белем көнөндә Өфөнөң «Динамо» стадионында «Беренсе курс студенттары байрамы» үтте. Спорт комплексында республиканың 14 юғары уҡыу йортонан инеү имтихандарын уңышлы тапшырған биш меңгә яҡын беренсе курс студенттары йыйылғайны.

Сара Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүселәре башҡарған «Башҡортостан – бөркөттәр иле» композицияһынан башланды. Уларҙан һуң «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле артистары сығыш яһаны.

Бынан һуң Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын тамамлаусы, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов һүҙ алды.

«Һеҙ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына уҡырға индегеҙ, беҙҙең университет, институт, техникумдар – Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙан һанала. Улар илдә ҙур абруй ҡаҙанған. Бындай юғары уҡыу йорттарында белем алыу – ул ҙур хөрмәт, — тип билдәләне республика башлығы. – Һеҙ Башҡортостанда уҡыйһығыҙ. Ә Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының ҡеүәтле төбәге. Беҙ сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә, шулай уҡ интеллектуаль йәһәттән дә үҫешкән төбәк. Ваҡыты килеп еткәс, беҙҙең эшселәр сафына килеп ҡушылыуығыҙҙы теләйем. Һеҙҙең белем алған ваҡыт эсендә яңы эш урындары, яңы предприятиелар булдырылыр, тип ышанам. Һәм һеҙҙең унда намыҫлы эшләп, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алып, яҡшы белгестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем».

Бынан һуң йәштәрҙе студенттар сафына ҡабул итеү тантанаһы булды. Башҡортостан Президенты егет һәм ҡыҙҙарға студент билеты, зачет кенәгәһе, белем асҡысы символдарын тапшырҙы. Йәштәр үҙ сиратында Рөстәм Зәки улын Белем карабының капитаны булырға саҡырҙы һәм бинокль бүләк итте, шулай уҡ студенттар тырышып уҡырға ант бирҙе.

Бинокль аша трибунаға ҡарап, Рөстәм Хәмитов унда республика юғары уҡыу йорттарының буласаҡ профессорҙарын һәм хатта буласаҡ Башҡортостан Президентын да күреүен әйтте.

Сарала «Гаудеамус» студенттар гимны яңғыраны, бынан һуң байрам ҡаланың ижади коллективтары, артистар һәм йәш спортсылар сығыштары менән дауам итте.