Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә 1 сентябрҙә өс балалар баҡсаһы асыла

Йәмғиәт

Бөгөн баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә ике мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм Черниковкала кире ҡайтарылған балалар баҡсаһы асыла. Был хаҡта ҡала мэрияһынан хәбәр иттеләр. Герцен урамы, 14 адресы буйынса урынлашҡан 5-се муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы икенсе корпусын кире ҡайтарыу сәбәпле тәрбиәләнеүселәрҙе 60 балаға күберәк ҡабул итә ала. Өфө хакимиәте ҡасандыр балалар баҡсаһы ҡарамағында булған бинаны кире ҡайтарып, уға капиталь ремонт эшләгән. Бының өсөн ҡала һәм республика бюджеттарынан 43 миллион һум аҡса бүленгән.

Гагарин урамындағы 32-се муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәм Академик Королев урамындағы 65-се муниципаль мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы һәр береһе 170-шәр бала ҡабул итә. Сабыйҙарҙы һәр яҡлап үҫтереү өсөн спорт залы, бассейн, студиялар һәм ҡышҡы баҡса ҡаралған. Балалар баҡсалары биләмәһендә икешәр физкультура майҙансығы бар. Һәр комплексты төҙөү өсөн ҡала һәм республика бюджеттарынан 150 миллион һум аҡса бүленгән.

2011 йыл аҙағынаса Өфөлә ҡайтанан төҙөлгән балалар баҡсалары «Дема-8», «Инорс-7» биҫтәләрендә һәм Черниковка урамында сафҡа индереләсәк. Баш ҡаланың Октябрь районындағы 257-се, Орджоникидзе районындағы 29-сы, Совет районындағы 105-се балалар баҡсаларының ҡайтарылған биналары сабыйҙарҙы капиталь ремонттан һуң ҡабул итәсәк. Дүрт ай эсендә баш ҡалала йәнә алты мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы булдырылырға тейеш.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть