Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Әсәлек һәм балалыҡ темаһына киң мәғлүмәт саралары конкурсы старт алды

Йәмғиәт

27-30 сентябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк «Әсә һәм бала» XII бөтә Рәсәй ғилми форумын киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы яҡтыртыуға конкурс эштәре ҡабул ителә башланы. Сара демография, халыҡ сәләмәтлеге мәсьәләләренә, инновацион технологияларҙы һәм медицина ярҙамын күрһәтеү сифатына контроллек итеү системаһын ҡулланылышҡа индереүгә бағышланған.

Конкурста Рәсәйҙең барлыҡ киң мәғлүмәт саралары журналистары ҡатнаша ала. «Әсә һәм бала» форумы тураһындағы материалдар 2011 йылдың 25 авгусынан 25 октябренә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәргә бүләктәр биреү тантанаһы ноябрҙә Мәскәүҙә үтәсәк.

Материалдар ебәреү өсөн адрес: 119415, Мәскәү ҡалаһы, Вернадский проспекты, 37, 2-се корпус, 1-5-се офис, конверт тышында «Киң мәғлүмәт саралары конкурсы» билгеһен яһау мотлаҡ. Е-mail: vitalika@mediexpo.ru. Белешмәләр өсөн телефондар: 8(495)721-88-66, 8-926-611-23-59.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть