8 декабрь, Кесе йома

01 сентябрь 2011 йыл, 13:10

Өфөлә мосолмандар китапханаһы асылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә тәүге мосолмандар китапханаһы «Байтул Мал» шәфҡәтлелек фонды башланғысы менән һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ярҙамында асылды. Ул Октябрь проспекты, 85/2 адресы буйынса урынлашҡан.

Мосолмандар китапханаһы өсөн китаптар туплау менән «Байтул Мал» шәфҡәтлелек фонды  менән «Мәҙинә» нәшриәте шөғөлләнде.

— Китапхана ике маҡсат менән асылды, — тип «Башинформ» агентлығына комментарий бирҙе Фонд директоры Артур Насибуллов. – Беренсенән, ислам тураһындағы мәғлүмәт менән һәр кем таныша алһын өсөн. Икенсенән, кешеләр китап һатып алыуға ҡулланған аҡсаларын ғаилә бюджетына йүнәлтһен өсөн. Барлыҡ китаптарҙы ла һатып алып бөтөп булмай бит – китап магазиндарында күҙҙәр ҡамаша. Ә махсус китапхананан уларҙы билдәле бер ваҡытҡа бушлай алырға була. Минең уйлауымса, һәр мосолманда мотлаҡ булырға тейеш китап – ул Ҡөръән, ә башҡа китаптарҙы ул китапхананан да алып тора ала.

Китапхана фондын тулыландырыу дауам итә. Китаптар ойошмаларҙан һәм айырым кешеләрҙән ҡабул ителә. Улар барыһы ла алдан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты Рәсәй ислам университетының эксперттар советы аша үтә. Китаптар, башҡа китапханаларҙа кеүек үк, билеттар буйынса бирелә.